Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2025, 14:30

Башҡортостанда Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләнеләр

Йыл һайын 21 февралдә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.

Башҡортостанда Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләнеләр
Башҡортостанда Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләнеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли һәм полилингваль мәктәп директорҙары менән осрашыуы, «Берләштереүсе тел. Йәмғиәт тормошонда туған телдең роле» һәм «Рәсәй - халыҡтар йорто» этнодиктанты - программаның төп саралары. Республиканың белем биреү ойошмаларында «Тел - халыҡ тарихы» темаһына класс сәғәттәре һәм дөйөм мәктәп линейкалары үткәрелә.

21 февралдә Өфөләге «Китап» нәшриәтендә яҙыусылар менән осрашыу була. Шул уҡ көндө Дүртөйлөлә Назар Нәжмиҙең ижади мираҫын өйрәнеүгә арналған «Халыҡ шағиры» республика әҙәби-ижади конкурсы тамамлана.

20-нән 21 февралгә тиклем республиканың барлыҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә фестивалдәр, конкурстар һәм кисәләр ойошторола, ә социаль селтәрҙәрҙә бик күп флешмобтар, шул иҫәптән Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата республика флешмобы, шулай уҡ башҡорт телен белеүгә конкурс уҙғарыла.

22 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тигән интерактив квест була.

Автор фотоһы.

Лариса ШЕПЕЛЕВА.

«Республика Башкортостан» гәзите.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас