Яныбай Хамматов башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәтендә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Уның әҫәрҙәре тарихи ваҡиғаларҙы, шулай уҡ башҡорт халҡының көнкүрешен һәм йолаларын теүәл һүрәтләүе менән айырылып тора.
"Республика Башкортостан" гәзите яҙыуынса, Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусыға арналған исемле почта конверты менән таныштырыу сараһы төп юбилей сараларының береһе булды. Китапхана яҙыусының китаптар күргәҙмәһен әҙерләгәйне.
- Был минең өсөн бик мөһим ваҡиға, - тине тантанала ҡатнашыусыларҙың береһе, яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова. - Был конверттарҙың бөтә Рәсәйгә таралыуы бик символикалы, үҙ ваҡытында бөтә Советтар Союзы буйлап Яныбай Хамматовтың романдары таралғайны. Улар бер ҡасан да китапханаларҙа һәм китап магазиндары кәштәләрендә ятмаған. Был - халҡыбыҙҙың героик үткәнен бөтә ил уҡыусыларына еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән ҙур яҙыусының иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге.
БР Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, республика өсөн мөһим ваҡиғаларҙы һәм кешеләрҙе мәңгеләштергән конверттар серияһын милли мәҙәни продукт тип иҫәпләргә мөмкин, тип билдәләне. Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы менән сығарылған уникаль маркалы конверттарҙың тиражы - ни бары 50 мең дана. Тантаналы сара барышында почта маркаһы йәбештерелгән конвертты бер көн - 13 февралдә генә ғәмәлдә булған махсус мисәт менән "һүндерҙеләр". Тантанала ҡатнашыусылар тәүге конверттарҙа мисәт һуғыуҙан тыш, үҙҙәренең автографтарын да ҡалдырҙы. Ә икенсе көндән башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов хөрмәтенә конверттар әйләнешкә инәсәк.
Юбилей саралары яҙыусының тыуған төйәгендә - Белорет районында ла планлаштырыла. Китапхана, урам һәм Башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә. Мартта Белорет гимназияһында "Хаммат уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Шулай уҡ "Яныбай Хамматовтың кабинеты" мини-музейы асыла. Уны биҙәү менән яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова шөғөлләнә.
Яныбай Хамматов йәйге каникулдарҙа алтын приискыларында эшләй, унда старателдәрҙең еңел булмаған тормошо менән таныша. 1942 йылда фронтҡа китә һәм унда хәрби хеҙмәттәре өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Демобилизациянан һуң Яныбай Хамматов Әүжән алтын приискыһында эшләй, шул ваҡытта үҙенең тәүге хикәйәһен яҙа. Уның мәҡәләләре һәм шиғырҙары район гәзитендә баҫылып сыға. 1956 йылда яҙыусы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм үҙен тулыһынса әҙәби хеҙмәткә бағышлай.
1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Уның иң билдәле романдары - старателдәрҙең тормошо тураһында "Бөртөкләп йыйыла алтын" һәм "Төньяҡ амурҙары", унда Яныбай Хамматов башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында батырҙарса ҡатнашыуын күрһәтә. "Башҡорттар китте һуғышҡа..." романында яҙыусы генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының үткән яу юлы хаҡында һөйләй.
Яныбай Хамматов егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйә яҙған. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Емешле әҙәби эшмәкәрлеге өсөн уға "РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелә. Прозаик - бик күп әҙәби премиялар, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Яныбай Хамматов 2000 йылдың 28 сентябрендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.
Фото: Альберт Заһиров, "РБ".