Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
13 Февраль , 17:59

Ғаиләләр өсөн сағыу ваҡиға көтөлә

28 февралдән 2 мартҡа тиклем Нуриман районында “Спорт. Лидерлыҡ. Йәштәр” төбәк-ара ғаилә фестивале була.

Ғаиләләр өсөн сағыу ваҡиға көтөлә
Ғаиләләр өсөн сағыу ваҡиға көтөлә

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктәге Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге, шулай уҡ “Кил бухтаһы” ҡала яны клубы ойоштора.

Фестиваль тотош ғаилә өсөн сағыу ваҡиғаға әүереләсәк. Уның программаһында “Масленица” ҡышты оҙатыу сараһы, балалар өсөн интерактив ҡурсаҡ театры, күңелле старттар һәм саф һауала уйындар була. Ҡунаҡтар Павловка ҡасабаһы эргәһендәге тәбиғәт ҡосағында ял итә ала.

“Башҡортостан Республикаһының Павловка һыу һаҡлағысының рекреация биләмәләрендә эске туризмды үҫтереү” конференцияһы фестивалдең төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Унда туристик операторҙар, ресторан бизнесы вәкилдәре, отельерҙар һәм башҡалар ҡатнаша.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Спорт. Лидерлыҡ. Йәштәр” төбәк-ара ғаилә фестиваленең республикала ғаилә туризмын һәм йәштәрҙең әүҙем ялын үҫтереү өсөн дәүләт, эшҡыуарлыҡ һәм йәмғиәт көстәренең берләштереүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика, туристарҙы күберәк йәлеп итеп, туризм инфраструктураһы үҫеше иҫәбенә был өлкәлә лидер булырға тырыша.

Конференция спикерҙары араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, төбәктәге Евразия һәм Африка  халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновация үҫеше, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Эльза Мансурова, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары, Нуриман һәм Ҡариҙел райондары хакимиәттәре вәкилдәре, тармаҡ эксперттары ҡатнаша.

6+

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-02-12/bashkiriya-soberet-semi-na-festivale-sport-liderstvo-molodezh-4118905

Айһылыу Низамова.

"Башҡортостан" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас: