Яҡташыбыҙҙың әҙәби мираҫы бик бай, сөнки ул – телсе-ғалим да, шағир, прозаик, драматург та, рус классикаһын татар теленә тәржемә итеү оҫтаһы ла. Юбилейға бағышланған тантаналы сараны Малаяҙ ауыл биләмәһе башлығы Ринат Камалетдинов асты, яҡташыбыҙҙың хәтер кисәһен ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Кисә башында уҡ Ҡазан Федераль университеты доценты, филологик фәндәр кандидаты Фәнзилә Йәүһәрованың тамашасылар өсөн экрандан яңғыраған видеоҡотлауы бик урынлы булды, был сараға йәм дә өҫтәне. Нәҡи Иҫәнбәттең бар ижады, йыйған фольклор ынйылары тыуған яғы менән бәйле булыуына баҫым яһап, Салауат районы, Татар Малаяҙы халҡына ҙур рәхмәттәр еткерелде был сәләмләүҙә.
Ауылдың хеҙмәт ветераны Нил Хөрмәтуллин “Тыуған ил” шиғырын тасуири итеп һөйләне. Кисә Нәҡи Иҫәнбәттең шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән аралашып барҙы: “Илһам” халыҡ вокаль ансамбле “Ай былбылым”, “Ураҡсы ҡыҙ” йырҙарын, Татар Малаяҙының “Өмөт” вокаль ансамбле “Бормалы һыу юлы”, Айгөл Хәлиуллина – “Илкәйем”, Лилиә Динисламова – “Син сазыңды уйнаның”, Нәфисә Ғәзимова “Йәшлегем эҙҙәре” йырҙарын йөрәккә үтерлек итеп башҡарҙы.
Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вахитова телсе-ғалим Миләүшә Хәбетдинованың бөйөк яҙыусыбыҙҙың биографияһына бәйле яңы китабы менән таныштырып үтте.
Педагогик хеҙмәт, матбуғат ветераны Рәйлә Латипова 1994 йылда Татар Малаяҙы мәктәбендә асылған музей тураһында бәйән итте. Ул ваҡыттағы мәктәп директоры Урал Мурзиндың, музейҙың тәүге директоры Марс Халиҡовтың, район мәғариф бүлеге начальнигы Марс Нафиҡовтың, методистарҙың яҡташыбыҙҙың исемен, әҙәби мираҫын мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләп үтте. Нәҡи Иҫәнбәттең балалары: Ҡазан консерваторияһы деканы Йондоҙ Иҫәнбәт, Ғ. Камал исемендәге Ҡазан драма театрының баш режиссеры Празат Иҫәнбәттең Татарстан мәҙәниәтендә ҙур урын алыуын, бик билдәле шәхестәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡорт драма театры артистары уйнаған “Һижрәт” пьесаһынан видеоөҙөктө ҙур экран аша күрһәтеү ҙә яңы алым булып, барыһының күңеленә хуш килде. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҡытыусылар Мәрвиә Михайлова һәм Олег Сергеев татар һәм рус телдәрендә матур итеп алып барҙы. Татар теле уҡытыусыһы Мәрвиә Фәйет ҡыҙы яҙыусының ижадын өйрәнеүгә, мәңгеләштереүгә, юбилей сараларын уҙғарыуға бик күп көс һалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә.
Арҙаҡлы шәхестәрен ололаған халыҡ үҙе хөрмәткә лайыҡ. Ошо юбилей сараһын әҙерләүҙә ҡатнашҡан район мәҙәниәт бүлеге, Татар Малаяҙы ауыл клубы, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренә, сығыш яһаған ҡунаҡтарға, йырсыларға оло рәхмәтен белдереп таралды ауыл халҡы.
Биографик белешмә
Нәҡи Иҫәнбәт – Татарстан халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог, татар һүҙлектәрен төҙөүсе.
Нәҡи Иҫәнбәт (Нәҡи Сиражетдин улы Закиров) 1899 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында (хәҙерге Татар Малаяҙы ауылында) тыуған.
Ауыл мәҙрәсәһендә үҙенең уҡыуын башлап, уны Өфөләге Хәсәниә мәҙрәсәһендә дауам итә. Ҡазандағы "Мөхәмәҙиә" мәҙрәсәһе шәкерте булғанда, мәҡәләләре журналдарҙа баҫыла башлай. Нәҡ шул ваҡытта унда һүҙгә һәм телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, ә халыҡ ижадына, туған теленә һөйөүе уны ғүмере буйы оҙатып бара. Шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарҙың ("Ураҡсы ҡыҙ", "Бормалы һыу", "Гармун", "Һин сазыңды уйнаның") һүҙҙәренә әүерелгән. Пьесалары ныҡлап татар театрҙары репертуарына ("Хужа Насретдин", "Зифа", "Портфель", "Муса Йәлил", "Һижрәт" һ.б.) ингән. Балалар өсөн әҫәрҙәре (шул иҫәптән фольклор) шулай уҡ бик популяр.
Нәҡи Иҫәнбәт йыйған "Татар халыҡ мәҡәлдәре" (төрки телендәге иң ҙур һәм үҙенсәлекле йыйынтыҡ), "Татар халыҡ йомаҡтары" һәм "Балалар фольклоры" китаптары татар мәҙәниәтенә уның баһалап бөткөһөҙ өлөшө.
Ул оҫта тәржемәсе булып та таныла, А. С. Пушкин, Мольер, Низами, Шекспир әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.
Нәҡи Иҫәнбәт 1992 йылдың 12 сентябрендә Ҡазанда вафат була.
Рәйлә Латипова,
матбуғат ветераны.