Быйыл был конкурста Мөрсәлим ауылының “Хазина” ҡурайсылар ансамбле Гран-при яуланы. Йәш ҡурайсыларҙың остазы, Балалар сәнғәт мәктәбенең Мөрсәлим ауылындағы бүлексәһе уҡытыусыһы Азамат Солтанов ошо конкурс һәм ҡурай сәнғәте буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
– Республикала ла, районда ла ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә иғтибар ҙур. Беҙҙең Салауат районының Балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай дәрестәре бар. Унда егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа йөрөй. Балалар теләп ҡурай серҙәренә өйрәнә, – тип хәбәр итте ул. – Ҡурайсылар бәйгеһе бик күп йәш һәләтлеләрҙе аса. Вәкил Шөғәйепов, ул ябай кеше булһа ла, бик күренекле шәхес. Уның ағас шпондан ҡурай яһауы был милли музыка ҡоралын үҫтереүгә ҙур мөмкинлек бирҙе. Яҡташыбыҙ иҫән сағында уҙғарыла башлаған ижади бәйгенең һуңғы йылдарҙа онлайн рәүештә ойошторолоуы менән генә килешеп етмәйем. Уны сәхнәлә ҙурлап үткәрергә кәрәк ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “тура бәйләнеш” мәлендә республикала ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Быйыл ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалдыҡ. Ул инде гастролдәргә сыға. Ансамблдең төп бурысы – ҡурай уйнау сәнғәтен үҫтереүҙә, был мираҫты, шул иҫәптән йәштәр өсөн дә, һаҡлауҙа флагман булыу, – тине республика етәксеһе. – Күп йәш егеттәрҙең ҡурайҙа уйнауы ҡыуаныслы. Был шәхестең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Беҙҙең сәнғәт училищеларында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурай бүлектәре бар, бында юғары белем алырға һәм белгес булып сығырға мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле составында Лағыр ауылынан яҡташтарыбыҙ Азамат Зиннәтуллин һәм Ринат Нурмөхәмәтов та сығыш яһай.
Фото: Азамат Солтанов.