Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова белдерҙе. Сараға Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән вәкилдәр һәм эксперттар килә.
— Беҙ ойоштороусыларға форумды майҙа «Китап-байрам» китап йәрминкәһе сиктәрендә үткәрергә тәҡдим иттек, — тине Әминә Шафиҡова.
— Ҡотлайбыҙ, «Китап байрамы»на ла, «Әйҙә уйнарға» фестиваленә лә әҙерләнергә кәрәк, — тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсының төп призын яуланы. Урындағы мәҙәни брендҡа әүерелгән «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһен ойоштороу һәм үткәреү республикабыҙға еңеү килтерҙе.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мәскәүҙә «Иң күп китап уҡыған төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурста илебеҙҙең 89 төбәге лә ҡатнашты.