Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2024, 21:24

Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды

Өфөләге Көрәш һарайы янындағы Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге һәм "Терра" этнопаркы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән булдырылған этноауыл "Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестиваленең биҙәге булды. Сара Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды
Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды

Этноауылды ойоштороусылар милли кейемдәрҙә ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар: ҡорот, буҙа, төрлө-төрлө эсемлек, ит, ҡаҡланған ҡаҙ, кәрәҙле бал менән һыйланы. 

- Беҙ ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, ошондай этнозоналар ойошторабыҙ. Ауыҙ иттереүҙән тыш, башҡорт халҡының милли кейемдәре, аш-һыуы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм көнкүреше тураһында ла һөйләйбеҙ, - тине БР Туризмды үҫтереү үҙәгенең фольклор төркөмө ҡатнашыусыһы Майя Лоҡманова. - Алдан әҙерләнә башлайбыҙ: ҡаҡланған ҡаҙ ике ай самаһы әҙерләнә, ҡорот - ике аҙна. Абруйлы ҡунаҡтарыбыҙға ла ул яҡшы таныш. Күсмә мәҙәниәткә ҡағылышы булғандар һәм малсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр мотлаҡ ҡорот та, ҡымыҙ ҙа әҙерләй. Улар оҙаҡ ваҡыт боҙолмай, һыуһынды ҡандыра һәм асығыуҙы баҫа, майлы аҙыҡ ашағандан һуң ашҡаҙан өсөн дә файҙалы.

Әйткәндәй, "алтын" ҡаҡланған ҡаҙ ҙа оҙаҡ һаҡлана - гастрономик фестивалдең төп аҙығы. Майя Лоҡманова аңлатыуынса, уны махсус әҙерлек техникаһы өсөн "алтын" тип йөрөтәләр: ҡаҙ майы һылап кипкәс, ҡаҙ алтын төҫкә инә.

Ә был майҙансыҡ янында "Терра" этнопаркының тере экспонаттары - Иглин районынан килтерелгән Иҫәнбай, Пегас, Воля, Малыш, Тайфун һәм Ксюша ҡушаматлы башҡорт тоҡомло аттар тора ине.

- Тайфун менән Ксюша ауҙарыш тигән башҡорт алышында ҡатнашасаҡ, уларҙы бөгөн үҙебеҙҙә күрһәтәсәкбеҙ, - тип һөйләне "Терра" этнопаркы идарасыһы Руслан Ҡормаев. - Был милли көрәш һәм һыбай оҫта йөрөү төрө ҡатышмаһы. Уның ваҡытында ике һыбайлы эйәрһеҙ атта ултыра һәм дәғүәсеһен аттан төшөрөргә йәки уның урынын алырға һәм үҙен тоторға тырыша. Бынан тыш, фестиваль ваҡытында барлыҡ теләүселәр тәрбиәләнеүселәребеҙҙе ашата һәм улар менән һоҡлана ала.

"Ҡаҙ һәм бал" гастрофестивале Өфөлә 26 һәм 27 ноябрҙә барған Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ойошторолдо. Көрәш һарайы эргәһендә ҡаҙаҡ, татар, башҡорт, рус, үзбәк аш-һыуҙары тәҡдим ителгән 30 йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе урынлашҡан. Фестиваль барышында "Иң яҡшы балыҡ ашы" һәм "Иң яҡшы бишбармаҡ" конкурстарын уҙғарыу һәм иң ҙур "Муравейник" һәм "Урама" әҙерләү буйынса ике рекорд ҡуйыу күҙаллана, тип хәбәр итә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының матбуғат хеҙмәте.

Фото: Евгений Немков, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының матбуғат хеҙмәте. 

Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды
Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды
Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында гастрофестиваль асылды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: