Яңы баҫма «Әҙәби мираҫ» серияһы аҫтында донъя күрҙе. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух батырлығына арналған шиғырҙар тупланған.
Сараны М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов алып барҙы.
“Мостай Кәрим фонды” директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова тамашасыларҙы сәләмләп, китапты сығарыуҙа ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
Шулай уҡ Совет районы башлығы урынбаҫары Солтан Баҙыҡов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, тележурналист, С.Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғилманова, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Мостай Кәримдең яңы сыҡҡан китабына баш һүҙ яҙыусы Ҡәҙим Аралбаев сығыш яһаны һәм әҙипкә арнап ойошторолған күргәҙмә менән дә таныштырҙы.
Сараны йәмләп М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне.
Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов етәкселегендә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары әҙиптең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән өҙөк күрһәтте.
Тамашасылар саранан илһамланып, күтәренке кәйеф менән, яҙыусының китаптарын һатып алып, ихлас аралашып таралышты.