Эштәрҙең авторҙары - профессиональ фотографтар, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто, башҡа республика һәм ҡала-район баҫмалары хәбәрселәре, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите. Һөнәре буйынса улар Башҡортостан буйлап күп сәйәхәт итә, фотоларҙа тыуған яҡтың төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле тәбиғәтен, йолаларын һәм көнкүрешен һүрәтләй.
"Беҙҙең Башҡортостан" фотокүргәҙмәһе Өфө халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына республиканы яңы ракурстарҙан күрергә һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәттәренең төрлөлөгөнә, тауҙар һәм тигеҙлектәрҙең, йылғаларҙың һәм күлдәрҙең матурлығына хайран ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
Экспозиция "Китап" магазинында (Ленин урамы, 26) кесаҙна 13.30 сәғәттә асыла. Ул бер ай дауамында эшләйәсәк. Инеү ирекле. Эш көндәрендә магазин 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.
6+
Иллюстрация: фотокүргәҙмәне ойоштороусылар.