Байрам Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров, республиканың ведомство учреждениелары вәкилдәре һәм 13 район делегацияларының Еңеү паркы ҡапҡаһы янындағы осрашыуынан башланды. Ҡунаҡтарҙы 50-се йылдарҙағы ретро-машиналарҙа һәм ат егелгән арбала майҙансыҡҡа алып барҙылар.
Бренд сараһы Шишмә ҡатын-ҡыҙҙарының ҡаһарманлығына арналған, тип хәбәр итә "Родник плюс" баҫмаһы. Улар һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, биҙрәләрҙәге һөттө күрше Өфөгә ташыған. Юлда һөт әсеһә лә, ҡала халҡы бының өсөн дә рәхмәтле булған, сөнки ул күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡарған.
Ошо ваҡиғаларҙың шаһиты Түбәнге Тирмә ауылынан 92 йәшлек Нәйфә Мансурова ҡунаҡтарға үҙенең кескәй сағында әсәһе менән Өфөгә электричкала әсе һөт һатырға йөрөүе хаҡында һөйләне.
- Әсәйҙәребеҙ иртә таңдан уҡ биҙрәләрен көйәнтәләп беренсе электричкаға өлгөрөү өсөн тимер юл вокзалына йәйәү барған. Вагондарға тығылып керергә тура килде. Баҙарҙа кешеләр беҙҙең аслыҡтан ҡотҡарыусы ҡуйы тәмле ҡатыҡты көтә ине инде. Көн һайын ҡалаға әсе һөт килтергәндәрҙе Өфө халҡы "көйәнтәле фәрештәләр" тип йөрөткән. Ул ваҡытта күптәр көнөнә бер стакан ҡатыҡ һәм бер киҫәк ҡара икмәк кенә ала алған бит. Ә беҙ килгән аҡсаға икмәк, төрлө кейем-һалым һатып алып, өйгә ҡайтабыҙ, - тип иҫенә төшөрә күҙ йәштәре аша Нәйфә Мансурова.
Байрамды асыу тантанаһы "Көйәнтәле фәрештәләр" театрлаштырылған тамашанан башланды.
Программа сиктәрендә 450 литр ҡатыҡ әҙерләнде. Иң ҙур бак парктың уртаһына ҡуйылды. Әүәлге ваҡыттағы күлдәк, яулыҡ кейгән бидонлы ҡыҙҙар байрамға килеүселәрҙең барыһын да ҡатыҡ менән һыйланы. Шулай уҡ ҡунаҡтар боронғо рецептар буйынса әҙерләнгән әсе һөттән ауыҙ итте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ауылдың үҙенең рецебы булған, ул быуындан быуынға тапшырыла килә.
Еңеү паркында республиканың 11 районынан этноихаталар күрһәтелде. Байрам хужалары һәм Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Дүртөйлө, Шаран, Балтас һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре үҙҙәренең милли ихаталарын күрһәтте. Хужа хоҡуғында Шишмә районы бер юлы бер нисә ихата - башҡорт, татар һәм мордва хужалыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы гастрономия күргәҙмәһе лә көттө. Унда райондың аҙыҡ-түлек предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙары әҙерләгән төрлө-төрлө һөт ризыҡтары, ҡамыр ризыҡтары, тәм-томдар тәҡдим ителде. Һөнәрселәр милли һәм туристик атрибутика төшөрөлгән төрлө-төрлө продукция - биҙәүестәр, стилләштерелгән кейем-һалым, магниттар, сумкалар, кәрзиндәр һ.б. тәҡдим итте. Әйткәндәй, сәскәләр ҡороттан эшләнгән, ашарға яраҡлы гөлләмәләр ҙә булды.
Байрам сиктәрендә фольклор коллективтары, ансамблдәр һәм яңғыҙ башҡарыусылар смотр-конкурсы уҙҙы. Унда Шишмә районы коллективтарынан тыш, күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Байрам аҙағында "Ҡатыҡ байрамы" асыҡ район байрамында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе "Иң яҡшы милли ихата", "Иң яҡшы фольклор коллективы", "Иң яҡшы солист" һәм "Иң яҡшы ансамбль" номинацияларында билдәләнеләр.
Фото: "Родник плюс".