Тамаша Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе: дөйөм ҡиммәттәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгө» XVII ижади һәм ғилми интеллигенция форумы барышында тәҡдим ителде. Ул инклюзив сәнғәткә арналған түңәрәк өҫтәлдең бер өлөшө булды.
Инклюзив театрҙың балалар составы 2023 йылдың башында Өфөнөң коррекция мәктәптәрендә белем алған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙан ойошторолған. 17 мартта «Арт-Ҡоролтай» форумы сиктәрендә Михаил Бартеневтың әкиәтенә нигеҙләнгән «Мин бишкә тиклем һанайым» спектакленең премьераһы уҙҙы.
«Күңел күҙе» театры һәм «Табын» халыҡ ижады коллективы етәксеһе, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов, коррекцион мәктәп педагогтары һәм тәрбиәселәренең хәүефләнеүенә ҡарамаҫтан, сәхнә ҡуйылышының ни бары 20 көн эсендә ойошторолоуын ғорурланып һөйләне.
«Күптәр һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙың сәғәт ярым сәхнәлә уңышлы сығыш яһай алыуына ышанманы. Әммә был ысынлап та мөмкин, һәм бына театрҙың ижади көсө ошонан ғибәрәт. Психотеатр сәнғәте һөҙөмтәләрен күҙәтеү айырыуса ҡыуаныслы. Сәхнә кешене эстән дә, тыштан да үҙгәртә алыу һәләтенә эйә. Хатта балаларҙың физик үҙенсәлектәре яйлап рәтләнә. Уларҙың мейе моторикаһы яҡшыра, күптәре уҡый башлай», - тине Илнур Лоҡманов.
Коллектив йәш булыуына ҡарамаҫтан, уның сығарылыштары ла бар. Уларҙың береһе, спектаклдә төп ролде башҡарған Леня театрға бик йомоҡ һәм аралашмаусан булып килә. Әммә йыл ярым эсендә ул шул тиклем асыла, хатта дөйөм нигеҙҙә техникумға инә ала. Кисә уның был коллективтағы һуңғы сығышы булды.
Спектаклдән һуң Форум ҡунаҡтары йәш артистарҙы оҙаҡ алҡышланы һәм уларҙы сәхнәнән ебәрергә теләмәне. «Һоҡланғыс спектакль, хәҙер бик көнүҙәк - төрлө кешеләрҙең берләшеүе, бер-береңде дуҫлаша һәм аңлай белеү тураһында. Бында балалар мөнәсәбәттәре генә түгел, ижтимағи темалар ҙа аңлатыла. Инклюзив театр - ул бик мөһим! Беҙ һәр саҡ ошондай эштәр өсөн сығыш яһайбыҙ», - тине тамашасы Ольга.
Әлеге ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театры составында 10-17 йәшлек 23 бала шөғөлләнә, уларҙың барыһы ла коррекция мәктәптәрендә белем ала. Коллектив гастролдәргә йөрөй, йәмғиәттең иғтибарын инклюзия проблемаларына һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында сәнғәтте үҫтереүгә йәлеп итеп, фестивалдәрҙә һәм хәйриәлек күрһәтеүҙәрендә ҡатнаша.
Фото: Маргарита Ғүмәрова.