Бөгөн форум тарихында ғына түгел, Башҡортостан тарихында ла яңы бит асыла.
17-19 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы үтә. Форумда ҡатнашыусылар үҙ-ара гуманитар эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.
Әлбиттә, бындай халыҡ-ара кимәлдәге ижади форумды, ғәҙәттәгесә, үҙебеҙҙең, Башҡортостандың күренекле оҫталарының, һөнәрселәренең ҡул эштәре биҙәй. Шундай оҫталарыбыҙҙың береһе, милли орнаментлы көнкүреш кейемдәре етештереп, бренд булдырыусы Әлфиә Хамматова:
- Бөгөнгө форумда ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беренсенән, беҙ төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең ҡул эштәребеҙҙе күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә лә уртаҡлашабыҙ. Үҙебеҙҙең мәҙәниәттәребеҙҙәге, костюмдарыбыҙҙағы оҡшашлыҡ тураһында әңгәмәләштек. Ошондай ҙур форумдарҙа халыҡтарҙың берҙәмлеге, үҙ-ара мөнәсәбәте, берҙәмлеге күренә, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Сара сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошмалары етәкселәренең осрашыуҙары, кинематографистарҙың, гуманитар юғары уҡыу йорттары етәкселәренең, инклюзив проекттарҙы ойоштороу буйынса белгестәрҙең түңәрәк өҫтәлдәре үтәсәк. Айырым осрашыу Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арнала. Ә форумдың төп бүләге иһә - Дәүләт-ара премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды ла инде.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.
Таңсулпан Байтимерова.
"Башҡортостан" гәзите.