Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2024, 12:21

Милли кейем көнө менән!

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәрҙә Милли кейем көнө менән ҡотланы.

Милли кейем көнө менән!Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!

"Бөгөн бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм йолаларҙың төрлөлөгөн символлаштырған Милли кейем көнө. Был көндө беҙ милли кейемдәребеҙҙе кейеп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ таҡҡан һәр элементтың тарихын да иҫкә төшөрәбеҙ, – тине Марс Кашапов. – Мәҙәниәт, халҡыбыҙ тарихы һәм Тыуған илгә һөйөү өсөн яуаплы икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөүсе байрам!"

Салауат районы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәр йылдағыса Милли кейем көнө флешмобына ҡушылып, милли кейемдәр кейеп йәки уның элементарын күрһәтеп, фотоға төштө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Милли кейем көнө байрамы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Фото: Марс Кашаповтың "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас