17-19 сентябрҙә Өфө ҡалаһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы үҙенсәлекле күргәҙмәһен - «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе халыҡтарының мәҙәни мираҫы»н тәҡдим итәсәк.
«Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берҙәмлеге - ҙур күп милләтле киңлек, һәр халыҡ үҙенең ижади мираҫы - китап рәүешендә донъя күргән эпостар, әҙәбиәт, сәнғәт, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән бай. Бер күргәҙмәлә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең барлыҡ мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтеү - ябай бурыс түгел. Шуға ҡарамаҫтан, китапхана фондтарынан күргәҙмәлә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған иң яҡшы һәм йөкмәткеле китаптар тәҡдим ителәсәк», - тип билдәләй күргәҙмәне ойоштороусылар.
Күргәҙмәлә түбәндәге баҫмаларҙың презентацияһы үткәреләсәк: «Ҡобланды батыр» ҡаҙаҡ героик эпосы, «Хурлукга менән Хемра. Саят менән Хемра» исемле төркмән эпосы, «Манас» ҡырғыҙ халыҡ эпосы, ХХ быуат башында хәҙерге заман Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан һәм башҡа БДБ илдәре территорияһында сыҡҡан һәм башҡа һирәк осрай торған китаптар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик авторҙарының рус, башҡорт һәм татар телдәрендә донъя күргән бик күп китаптары. Экспозицияны халыҡ фольклорына, ижадына һәм милли кейемдәргә арналған китаптар биҙәйәсәк.
Сараның маҡсаты - дөйөм мәҙәни компетентлыҡ формалаштырыу, БДБ илдәре халыҡтарының әҙәбиәтен донъяға ылыҡтырыу, халыҡтарҙың уҡыу һәм дуҫлыҡ мәҙәниәтен пропагандалау.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БДБ илдәренең Ижади һәм фәнни интеллигенция форумының ойоштороусылары - БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Фото: БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.