Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2024, 12:15

Урмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхите

Салауат районы Урмансы ауылының 2789-сы һайлау участкаһында ижади ғаилә Сәйетғәлиндар милли кейемдәрҙә килеп, ҙур булмаған концерт ойошторҙо.

Урмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхитеУрмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхите
Урмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхите

– Донъялар имен булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, беҙҙең етәкселәр халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сафуан Сәйетғәлин.   

Ғаилә йылына бағышлап, Сафуан Лоҡман улы – думбырала, уның ҡатыны Лидиә Рәшит ҡыҙы ҡумыҙҙа уйнап, мөнәжәт әйттеләр. Улар дәртле йырҙары, ҡурай моңо менән дә ауылдаштарының күңелен күтәрҙе. Сәйетғәлиндар участка һайлау комиссияһы ағзалары менән бергә фотоға төшөп, үҙҙәренең тауыштарын биреп сыҡты.

 

Урмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхите
Урмансылағы һайлау участкаһында – байрам мөхите
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас