Хәҙер Нәсибаш ауылы халҡы сараларҙы уңайлы шарттарҙа үткәрә ала, был халыҡтың йәмәғәт тормошонда һәм бәләкәй ауылдарҙың мәҙәниәтен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуына булышлыҡ итә.
Башҡортостанда мәҙәниәт һәм ауыл клубтары дәүләттән ярҙам ала. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса иң яҡшы ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә гранттар бүленә, әһәмиәтле мәҙәни саралар ойошторола.
“Аҙ ғына эш хаҡына эшләгән ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы бик мөһим. Ҙур булмаған мәҙәниәт йортонда мөдир яҡшы эшләһә, унда тормош ҡайнай, олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Мәҙәниәт йорттары буйынса артабанғы эште әүҙем алып барырға кәрәк, улар беҙҙә төрлө хәлдә. Әлбиттә, күберәк ярҙам итке килә, беҙ был программаны башланыҡ, әммә уның маҡсатҡа ни тиклем теүәл эләгеүен өйрәнергә кәрәк. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!”
(Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 27 июнендә республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһындағы сығышынан).