Мәҙәниәт
15 Август 2024, 10:00

III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале башланды

Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле буйында башҡорт тоҡомло аттарҙың өсөнсө «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале башланды.

III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале башландыIII «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале башланды
III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале башланды

Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Әзербайжандан, Ғәрәп Әмирлектәренән атлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре килде.

Ошо яҡтарҙа йәшәүсе Сәлимә фестивалгә ғаиләһе менән килгән. Уның һөйләүенсә, "Башҡорт аты” фестивале ғаилә байрамына әйләнгән. Былтыр ҙа, унан алдағы йылда килгәндәр. Фестивалгә барыу улар өсөн үҙенсәлекле йолаға әүерелгән. “Яҡшы һауа торошо һәм яҡшы сара көтәбеҙ. Программанан күренеүенсә, быйыл яңылыҡтар күп буласаҡ», – тип өмөттәре менән уртаҡлашты ул.

 Ә бына Салауат Әбсәләмов фестивалгә ҡатнашыусы сифатында килгән. «Ылаҡ " ты ҡарау ҡыҙыҡлы булыр. Быйыл спортсыларҙың күп булыуы көтөлә, тиҙәр. Ҡаҙағстан командаһы миңә айырыуса ҡыҙыҡлы. Былтыр улар үҙҙәрен көслө яҡтан күрһәтте. Уларҙың сығышын быйыл да күреү ҡыҙыҡлы булыр. Бәлки, үҙең өсөн дә нимәлер алырға мөмкин,”- тине Салауат.

Фестиваль программаһы, ысынлап та, сараларға бай. Бөгөн, фестивалдең беренсе көнөндә, боронғо төрки хәрби сәнғәте буйынса «Ҡара ҡаплан» Гран-прийы, үҫмерҙәр араһында спорт көрәше һәм ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса республика турнирҙары, башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡалар ойошторола. Шул уҡ ваҡытта ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Башҡорт аты» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 10 меңгә яҡын ҡунаҡ ҡатнашасаҡ.

 

 

 

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас