Күргәҙмәлә заманса ҡулдан эшләнгән башҡорт эйәре һәм Салауат Юлаев эйәренең тарихи күсермәһе тәҡдим ителә. Шулай уҡ заманса эйәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, тип хәбәр итте хәйриә фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов "Баймаҡ хәбәрҙәре" гәзитенә.
Былтыр "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы уникаль экспонаттар тәҡдим иткәйне. Шулар араһында эйәр ҙә бар ине, ул "Башҡорт атының тарихы" күргәҙмәһенең төп экспонаты булды. 1925 йылда был эйәрҙе музейға Салауат районының Ҡалмаҡтар ауылы аҡһаҡалдары тапшырған. Легенда буйынса, эйәр халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтыҡы булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале үтә.
Фото: БР Милли музейы сығанаҡтарынан.