«Мәҙәни мөхит» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә (ул милли проект йүнәлештәренең береһе) 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы 17 балалар сәнғәт мәктәбе өсөн яңы музыка ҡоралдарына 97 миллион һум алды.
Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе лә «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары һатып алған Балалар сәнғәт мәктәптәре һәм һөнәри белем биреү учреждениелары исемлегенә инде. Шулай итеп, яңы ғына Балалар сәнғәт мәктәбенә Михаил Глинка Т-161 1 акустик рояль, 2 акустик пианино ҡайтарылды. Шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбең Арҡауыл ауылындағы структур подразделениеһына 1 пианино тапшырылды.
Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Анфиса Хөснөтдинова һүҙҙәренсә, матди базаны нығытыу яңы ҡаҙаныштарға этәргес буласаҡ, тине һәм республика Башлығының мәҙәниәткә иғтибар иткән өсөн рәхмәтен дә еткерҙе.
“Мәҙәниәт” милли проекты сәнғәт йүнәлешендәге ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға булышлыҡ итә. Программа сиктәрендә Балалар музыка, сәнғәт мәктәптәре музыка ҡоралдары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары менән байытыла.
Шулай итеп, ил кимәлендә бойомға ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты салауаттар өсөн дә ифрат ҙур мөмкинлектәр аса, халыҡҡа мәҙәни хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күпкә арттыра, төрләндерә, мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә.