Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июль , 14:31

Сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алынды

Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары ҡайтарылды.

Сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алынды
Сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алынды

"Мәҙәниәт" милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – үҙ -үҙеңде тормошҡа ашырыу һәм таланттарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү. Маҡсатлы күрһәткестәр араһында – балалар музыка мәктәптәрен һәм сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән тәьмин итеү.
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары һатып алған белем биреү ойошмалары иҫәбенә 2024 йылда Малаяҙ ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе лә инде. Матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан бүленгән.
Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары: 1 саксофон һәм 2 борғо, дәрестәр үткәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, интерактив таҡта, тауыш аппаратураһы, ноутбуктар, принтер, уҡыу әсбаптары һәм әҙәбиәт алынды. Яҡын арала 1 рояль, 2 фортепиано, күнекмә пэды һәм хор станоктары килтерелеүе көтөлә.
"Беҙҙең мәктәптә яңы этап. "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килгән инструменттар, ҡорамалдар һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт тәрбиәләнеүселәребеҙгә сифатлыраҡ белем алырға һәм үҙ һәләттәрен асырға ярҙам итәсәк", – тип билдәләне мәктәп директоры Анфиса Хөснөтдинова.
Балалар сәнғәт мәктәбе 1967 йылда асыла. Бөгөн мәктәптә, Арҡауыл, Янғантау һәм Мөрсәлим структур бүлексәләрен иҫәпкә алып, 392 бала шөғөлләнә. Уҡыу йортоноң төп бурыстарының береһе булып балаларҙы төрлө конкурстарға, фестивалдәргә әҙерләү һәм ҡатнашыу тора. Һуңғы йылдарҙа ғына мәктәптә тәрбиәләнеүселәр зона, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттары булды, Гран-при яуланы. Шулай уҡ ҡурайсылар ансамблдәре, хореография коллективтары, гитара, фортепиано, һынлы сәнғәт класы уҡыусылары төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә, концерттарҙа, ҡала һәм республика сараларында әүҙем сығыш яһай. Сәнғәт мәктәбе педагогтары ла әүҙем конкурс эшмәкәрлеге алып бара, унда юғары призлы урындар яулай.
Гөлшат Рәйесова.

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: