Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июль , 12:05

Башҡортостан Башлығы Бөрөлә Петр менән Февронияға һәйкәл асты

8 июлдә Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә изге Петр менән Февронияға һәйкәл асыу тантанаһы булды. Әйткәндәй, был тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Бөрөлә Петр менән Февронияға һәйкәл асты
Башҡортостан Башлығы Бөрөлә Петр менән Февронияға һәйкәл асты

— Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә изге Петр менән Февронияға һәйкәл асыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә. Һәйкәлдең төп идеяһы шундай: ғаиләне ярһыу диңгеҙҙәге бәләкәй генә кәмә тип күҙ алдына килтерәйек, кәмә уңышлы йөҙөргә һәм унда тыныслыҡ, тәртип булырға тейеш. Пётр менән Феврония бер-береһенә яратыу, ихтирам менән ҡарай. Был һәйкәлдең төп асылы шундалыр, моғайын.

Бөгөн мин ҡала һәм район башлығына рәхмәт белдерәм. Антон Владимирович, һеҙгә ҙур рәхмәт, беҙҙең идеяны күтәреп алдығыҙ һәм уны тиҙ генә бойомға ашырҙығыҙ. Пётр Андреевич, ҙур рәхмәт, шәп һәйкәл. Конкурс ярышында һеҙ еңдегеҙ. Был республикабыҙ мәҙәниәтен, динен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Барыһын да байрам менән. Сәләмәт, бәхетле булығыҙ. Ә тормош тигән оло юлдан, Пётр менән Феврония кеүек, бер-берегеҙгә ҡарап атлағыҙ, — тине асыу тантанаһында Радий Хәбиров.

Проекттың авторы — Мәскәү скульпторы Петр Добаев, Рәсәй ҡалаларындағы бик күп һәйәлдәрҙең авторы.

Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур фестиваль ойошторола. Был көндә республикабыҙҙың оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләре тәбрикләнә. Байрам Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында үткәрелә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: