Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июль , 12:22

Бөгөн "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы башлана

Рәсәй халыҡтарының традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара 10-нан 30 июлгә тиклем "Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт" ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтәсәк.

Бөгөн "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы башлана
Бөгөн "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы башлана

Бөгөн йыл һайын уҙғарылған "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы старт ала. Ойоштороусылар билдәләүенсә, хәҙерге Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың һәр береһе төрлө-төрлө әкиәттәр яҙған.

- Ә әкиәти тарихтар уйлап табыу һәм һөйләү оҫталығы элек-электән һөнәрселәрҙең йәки һунарсыларҙың оҫталығы менән бер рәттән юғары баһалана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ойоштороусылар.

"Молодежная газета" баҫмаһында яҙыуҙарынса, Бөтә Рәсәйҙән мәктәп уҡыусылары актер йәки әҙәби йүнәлештә һәләттәрен күрһәтә ала. Бының өсөн "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре", "Рус яҙыусылары әкиәттәре", "Минең авторлыҡтағы әкиәт" номинацияларының береһендә әкиәт уҡып видеоға төшөрөргә һәм "Культурадляшкольников.РФ" порталында шәхси кабинетта ҡатнашыуға ғариза ҡалдырырға кәрәк.

6+

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: