Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль , 12:40

Көнөнә биш минут ваҡыт та етә!

Башҡорт теле төрлө милләт телдәрен өйрәтеүсе "Туған тел" ҡушымтаһында барлыҡҡа килде. Был ҡушымта ярҙамында башҡорт телен тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин.

Көнөнә биш минут ваҡыт та етә!
Көнөнә биш минут ваҡыт та етә!

*Башҡорт телен хәҙер «Туған тел» ҡушымтаһы менән өйрәнергә мөмкин*

Башҡорт теле төрлө милләт телдәрен өйрәтеүсе "Туған тел" ҡушымтаһында барлыҡҡа килде. Был ҡушымта ярҙамында башҡорт телен тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Уның өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү етә.

Ҡушымтаны Foundarium венчур стартап-студияһы генераль директоры Вахтанг Тужба булдырған. Проектты тормошҡа ашырыуҙа 50-нән ашыу эксперт-лингвист, методист һәм психологтар командаһы ҡатнаша.

-Беҙ «Туған тел»де булддарғанда ҡулланыусылар тарафынан уңайлы һәм уңышлы тип табылған Duolingo ҡушымтаһын нигеҙ итеп алдыҡ. Уны төрлө халыҡтар телдәре өсөн ҡулайлаштырҙыҡ һәм 10 тел буйынса курстар сығарҙыҡ та инде. Хәҙер "Туған тел" проектында башҡорт теле лә бар, - ти ҡушымта авторы Вахтанг Тужба.

1000 кеше ҡатнашҡан һорау алыу һөҙөмтәһе буйынса, “Туған тел” ҡушымтаһы телде өйрәнеүҙең иң һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы ысулы тип баһаланған. Аудио- һәм видеодәрестәр, интерактив квестар, ҡыҙҡлы тарих һәм йолалар - туған телде өйрәнеүҙе еңел һәм уңайлы итә.
«Туған тел» ҡушымтаһында бөгөн 10-дан ашыу тел өйрәнергә мөмкин. Бөгөнгә ҡушымтаға 1000-гә яҡын интерактив дәрес һәм күнекмә тейәлгән. Уның менән 100 меңдән ашыу кеше файҙалана. Айфон һәм андроид өсөн версиялар эшләнгән (https://rodnoy.fun/).

-«Туған тел» ҡушымтаһында бөгөн башҡорт теле буйынса 20 дәрес бар. Милли кейемдәге геройҙар башҡорт теленә интерактив форматта өйрәтә. Дәрестәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Әгәр ҡушымта өсөн сифатлы контент булдырыуҙа ярҙам итергә теләүселәр булһа, беҙ һәр саҡ шатбыҙ, уҡытыусыларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ - ти Фонд директоры Гөлназ Йосопова.

Автор:
Читайте нас: