Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июль , 16:20

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" фестивале башланды

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" иң яҡшы тәжрибәләр республика фестивале ике этапта үтәсәк, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" фестивале башланды
"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" фестивале башланды

Тәүгеһе ай башынан башланды һәм 10 июлдә тамамлана. Муниципалитеттар булышлығында "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" проектының иң яҡшы тәжрибәләрен һайлап алыу, уларҙы зона турында күрһәтеү ойошторола. Һуңғыһы 16 июлдән 16 авгусҡа тиклем уҙа. Икенсе турҙа ҡатнашыусы командалар үҙҙәренең видеороликтарын һәм визит карточкаларын тәҡдим итәсәк, улар районда йәки ҡалала "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" проектын ни тиклем әүҙем тормошҡа ашырыуҙарын күрһәтәсәк.

Фестиваль финалы августың икенсе яртыһында Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙа. Проекттың иң яҡшы тәжрибәһен күрһәткән командалар наградалар аласаҡ. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар ижади ҡараш күрһәтеүҙән тыш, проекттың төрлө йүнәлештәрен дә үҙ эсенә алырға тейеш. Ул ете бүлектән тора - "Һаулыҡ", "Туризм", "Физик культура", "Мәҙәниәт һәм ижад", "Ирекмәнлек һәм остазлыҡ", "Өлкән быуын граждандарын эш менән тәьмин итеү һәм уларҙың килем кимәлен күтәреү", шулай уҡ "Өлкән быуын граждандарын уҡытыу".

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды. Бынан тыш, проектты тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм "Һаулыҡ сәнғәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: