Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июнь , 22:10

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Азат Бадранов XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйының әһәмиәтен билдәләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Барҙы ерендәге Бөтә Рәсәй һабантуйынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Азат Бадранов XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйының әһәмиәтен билдәләне
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Азат Бадранов XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйының әһәмиәтен билдәләне

15 июндә Пермь крайының Барҙы ауылында XIV Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙҙы. Унда илдең 50 төбәгенән 70 меңгә яҡын кеше йыйылды. Күләмле байрамда шулай уҡ Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты, тип яҙа "Янаульские зори" гәзите.

XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын асыу тантанаһында Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов күләмле байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы үҙе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республиканың күп милләтле халҡы исеменән сәләмләне, Пермь крайы етәкселегенә һәм халҡына, шулай уҡ Барҙы муниципаль районы халҡына яҡшы ҡабул иткәндәре һәм байрамды бик яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте.

Бадранов билдәләүенсә, Башҡортостанды Пермь крайы менән административ сиктәрҙән тыш, күршеләрсә татыу йәшәү тарихы ла бәйләй.

"Пермь крайы меңдәрсә башҡорттар өсөн тыуған йорт булып тора, бында 160-тан ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Шуның өсөн Пермь крайы губернаторы Дмитрий Николаевич Махонинға оло рәхмәтемде белдерергә теләйем", - тине Азат Шамил улы, халыҡҡа, крайға артабанғы сәскә атыуҙарын, тыныслыҡ һәм изгелек теләп.

Ә унан алда, һабантуйҙың тантаналы саралары башланғансы, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы легендар башҡорт нәҫеле Ғәйнә улусы старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсына сәскәләр һалды. Шулай уҡ Башҡортостан вәкилдәре татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәленә сәскәләр һалды.

"Барҙы районы - Туҡтамыш Ишбулатовтың, Ғәйнә улусы старшинаһының, билдәле сәнәғәтсе һәм ун һигеҙенсе быуат уртаһы депутатының тыуған төйәге. Шулай уҡ Пермь крайы билдәле Башҡортостан-Рәсәй мәғдән сәнәғәтсеһе, Рәсәй тарихында тәүге техник юғары уҡыу йорто - Санкт-Петербургтағы Тау училищеһын ойоштороу инициаторы Исмәғил Тусимовтың тыуған төйәге булып тора. Беҙ Башҡортостанды бөтә илгә танытҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Баҙранов.

XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары байрамдың яҡшы кимәлдә ойошторолоуын, төрлө саралар уҙғарылыуын, майҙанда шатлыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхите хөкөм һөрөлөүен билдәләне.

"Матур Һабантуй байрамы төрлө мәҙәниәт һәм йолалар халыҡтарын берләштерә, дуҫлыҡты һәм күрше-ара мөнәсәбәтте нығыта», - тине Азат Бадранов.

Фото: "Янаульские зори" гәзите.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Азат Бадранов XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйының әһәмиәтен билдәләне
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Азат Бадранов XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйының әһәмиәтен билдәләне
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: