Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь , 17:30

Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында республика исеменән сығыш яһай. Ул Пермь крайының Барҙы ауылында 14-16 июндә үтәсәк.

Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша

«Барҙа йыйыны» фольклор байрамына Рәсәйҙең 50 төбәгенән делегаттар йыйыла. Сараға 70 мең самаһы кешенең килеүе көтөлә.

Башҡортостан делегацияһы составында күрше Пермь халҡына власть органдары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары етәкселәре барасаҡ, улар байрамда башҡорт ихатаһын күрһәтәсәк.

Башҡорт ихатаһы ете тирмәнән торасаҡ, тип аңлаттылар республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә «Республика Башкортостан» гәзитенә. Уларҙың береһендә Ғәйнә (Пермь) башҡорттарының көнкүреше күрһәтелһә, икенсеһендә килеүселәр тирмәнең йыһаздарын ғына түгел, ә фольклор сығышты ла ҡарай аласаҡ, өсөнсөһөндә милли аш-һыу күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк. «Баллы» кибеттә теләгән һәр кем ысын башҡорт балын һәм умартасылыҡ продукттарын тәмләп ҡарай ала. Шулай уҡ Тәтешле һәм Әбйәлил райондарында етештерелгән үҙенсәлекле һәм шифалы милли эсемлекте - ҡымыҙҙы тәмләп ҡарау ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ынйыһы тип танылған «Танып» шифаханаһының презентацияһы үтәсәк, унда путевкалар уйнатыласаҡ.

Этно-ауылға ингән һәр кемде легендар башҡорт ҡымыҙы һәм сәк-сәк менән ҡаршы алалар. Ихатала халыҡ художество кәсептәре изделиелары йәрминкәһе, сувенир изделиелары, бал, үләндәр, кейеҙҙән эшләнгән изделиелар күргәҙмә-сауҙаһы эшләйәсәк.

Фольклор байрамында шулай уҡ башҡорт ырыуҙары картаһының презентацияһы үтәсәк, уның тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һөйләйәсәк. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов байрамдың концерт программаһында сығыш яһауҙан тыш, ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирә. Махсус хәрби операцияға арналған зонала «Барс-17» батальоны яугире Фәнис Хөсәйенов хаҡында һөйләйәсәктәр. Ул дошмандың БТР-ын урлап алып китеп, яуҙа байтаҡ батырлыҡтар күрһәткән.

Сара сиктәрендә «Бәйге» халыҡ ярышы була, унда «Табын» һәм «Йылан» ырыуҙары командалары етеҙлек һәм көс буйынса һынаша.

Үҙенең сығыштары менән тамашасыларҙы Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары, «Түңгәүер» бейеү ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм республикала билдәле башҡарыусылар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары ҡыуандырасаҡ.

Йола буйынса, милли көрәш һәм ат сабышы байрамдың төп кульминацияһы буласаҡ, уның һөҙөмтәһендә абсолют еңеүсе - батыр бүләкләнәсәк.

Фото: Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын ойоштороусылар.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: