

Азат Бадрановҡа награданы РФ Журналистар союзы секретары, Медиаиндустрия академияһы профессоры Вячеслав Умановский тапшырҙы, тип яҙа «Республика Башкортостан». Уның һүҙҙәренсә, хәрби хәбәрселәрҙең махсус хәрби операция зонаһына сәфәрен юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн чиновник журналистарҙан күп яҡшы һүҙҙәр ала.
Азат Бадранов үҙе әйтеүенсә, ул республиканың журналистар берләшмәһе менән тығыҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүенә шат.
«Күп нәмәләрҙә республика алдынғы: беҙ тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ташыу өсөн автобустар, медицина ярҙамы ойошторҙоҡ, республиканың Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзының МХО зонаһына барыуын ойошторҙоҡ. Һәм беҙҙә, минеңсә, тәүгеләрҙән булып заманса профессиональ хәрби проза барлыҡҡа килде. Был ғорурлыҡ өсөн сәбәп тип иҫәпләйем», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары.
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ.