Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь , 16:49

Салауат районында мәҙәниәт буйынса ҙур проекттар тормошҡа ашырыла

Һуңғы биш йыл эсендә Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлдө, Торналы ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнде. Райондың ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханаларының матди-техник базаһы нығытыла.

А. Нугаманов  Мөрсәлим ауылы мәҙәниәт йорто
Мөрсәлим ауылы мәҙәниәт йортоФото:А. Нугаманов

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров 2018 йылдың аҙағында тәүге эш сәфәре менән Салауат районына килгәндә, иң тәүҙә Мөрсәлим ауылының иҫке клубына иғтибар итеп, республика Хөкүмәтенә ауылда яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә күрһәтмә бирҙе.

Бер йылдан ашыу ваҡыт эсендә төҙөлөп бөтөп, 2020 йылдың башына Мөрсәлим ауылында 200 кеше һыйырлыҡ тамаша залы, иркен сәхнәһе, китапханаһы менән өр-яңы Мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Бынан тыш, уны яңы ҡорамалдар, төрлө кәрәкле музыка һәм яҡтыртҡыс аппаратуралары, мебель менән йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленде. Ауылда “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында заманса мәҙәниәт үҙәге барлыҡҡа килде.

Мөрсәлимдә Балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы ла асылды. Ауылдың мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы музыка мәктәбенә сәнғәт уҡытыусылары коллективы туплап, унда урындағы балаларҙы ҡурай, йыр-бейеү, һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәтә башлайҙар. Йәш педагог Зилә Камаева “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы менән фатир һатып ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда Өфөлә үткән “АРТ-Ҡоролтай” форумында  ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре өсөн гранттар булдырырға тәҡдим иткәйне. 

Урмансы ауылы һылыуы Зилә Камаева Златоуст педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта. Рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәрен алған йәш белгес Мөрсәлимдә яңы ғына асылған Балалар сәнғәт мәктәбе филиалында хеҙмәт юлын башлай.

шәхси архив  Йәш педагог Зилә Камаева
Йәш педагог Зилә КамаеваФото:шәхси архив
– Директорыбыҙ Анфиса Фәрит ҡыҙы (Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Анфиса Хөснөтдинова – авт.) миңә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Мин үҙемде был конкурста һынап ҡарарға булдым һәм унан үттем. Республиканан 500 мең һум грант бирелде. Уға Мөрсәлим ауылынан үҙемә бер бүлмәле фатир һатып алдым. Йәшәгән ерем хәҙер эш урынына яҡын. Быға тиклем Урмансы ауылынан көн һайын 12 саҡрым йөрөп эшләй торғайным. Балалар мәнән эшләүе бик оҡшай. Республика етәкселегенә мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итеүе, унда эшләүсе йәш белгестәргә ярҙамы өсөн рәхмәтлемен.

Йәш педагог һәр баланың һынлы сәнғәт буйынса ижади һәләтен табып, уларҙың эске донъяһын аса, рәсем серҙәренә төшөндөрә. Ул үҙе лә матур картиналар төшөрә. 

Салауат районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур ВӘЛИЕВ:

– 2021 йылда Мөрсәлим мәҙәниәт йортона “Күп фунциялы ауыл клубы” статусы бирелде. Шул уҡ йылды, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, капиталь ремонтланған Торналы мәҙәниәт йортонда ла Күп функциялы үҙәк асылды. Капиталь ремонтҡа яҡынса 20 млн. һум аҡса йүнәлтелде. Яңыртып ҡоролған мәҙәниәт йортонда милли проект сиктәрендә “Яңы быуын китапханаһы” булдырыуға 7,5 млн. һум өҫтәмә финанс ярҙамы бүленде.

Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелә. Атап әйткәндә, 2020 йылда, “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектына ярашлы, район мәҙәниәт йортона 2 млн. һумға “ГАЗель-Некст” маркалы яңы микроавтобус бирһәләр, ә 2021 йылда 4,5 млн. һумға автоклуб алдыҡ. Шул уҡ йылда Әлкә ауыл китапханаһының материаль-техник базаһын нығытыуға 113 мең һум бүленде. Мәсетле ауыл китапханасыһы Айгөл Шиһапова республика конкурсы һөҙөмтәһендә 57 мең һум алһа, Ҡалмаҡтар клубына ҡорамалдар һатып алыуға 100 мең һум субсидия бүленде.

Урмантау ауыл клубының “Мәҙәниәт” милли проектының иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы программаһы буйынса 102 мең һумдан ашыу суммаға матди-техник базаһы нығытыласаҡ. Мөрсәлим ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Альмира Әхмәтшина иң яҡшы ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу программаһы буйынса 51 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ. Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары алыу өсөн 4,5 млн. һум субсидия биреләсәк.

“Реаль эштәр” проекты буйынса Таймый ауыл мәҙәниәт йорто, Ҡарағол клубының ҡыйығына капиталь ремонт эшләнде, Торналы Күп функциялы ауыл клубына 150 театр креслоһы һатып алынды.

2024 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә Лаҡлы, Тирмән, Гусевка, Таймый, Татар Малаяҙы һәм Нәсибаш мәҙәниәт йорттарын йыһазландырыуға дөйөм суммала 5 млн. һум субсидия бүлеү планлаштырыла. Киләсәктә районда яңы объекттарҙан Сулпан ауылында – мәҙәниәт йорто, Малаяҙ ауылында яңы Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү күҙаллана. Мәсетле, Лағыр, Лаҡлы мәҙәниәт йорттарына һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең Арҡауыл бүлексәһе бинаһына капиталь ремонт уҙғарыу ҡаралған.                

А. Нугаманов.  Яңыртылған Торналы мәҙәниәт йорто
Яңыртылған Торналы мәҙәниәт йортоФото:А. Нугаманов.
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: