Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май , 18:05

Өфөлә "Мин башҡортса һөйләшәм" башҡорт теле фестивале уҙа

1 июндә Арт-квадратта "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола.

"Мин башҡортса һөйләшәм" – телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале.

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12.00-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана (6+).

Кисен, 17.00 сәғәттә, оло сәхнә фестивалдең төп майҙансығына әүерелә, унда башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистарының концерты үткәрелә (12+).

Автор:
Читайте нас: