Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май , 14:31

"Китап байрамы" китап йәрминкәһендә яҙыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Өфөлә "Китап байрамы" китап йәрминкәһе сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы, унда республика яҙыусыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

"Китап байрамы" китап йәрминкәһендә яҙыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
"Китап байрамы" китап йәрминкәһендә яҙыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Тантанаға йыйылыусыларҙы РФ Сенаторы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сәләмләне. Сенатор күп йыллыҡ хеҙмәттәре һәм Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн шағирә Дилә Булгаковаға һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Урал Ҡолошевҡа комитеттың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы Наил Ғәйетбаев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Салауат Юлаев ордены менән БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм БР халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова наградланды. «Хеҙмәт даны» миҙалын Башҡортостан Республикаһы Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, БР Яҙыусылар союзы ағзалары Игорь Фролов һәм Ғәлим Хисамов алды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары һәм "БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемдәре тапшырылды, хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың яҙыусылар йәмәғәтселеген ҡотлап, Башҡортостан Яҙыусылар союзы шатлыҡлы һәм ауыр мәлдәрҙә халыҡ эргәһендә йәшәгән йәмәғәт ойошмаһы, тип билдәләне.

- Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2022 йылдың башында, кешеләр аңында буталсыҡ ваҡытта, кешеләр кемгә ышанырға һәм ниндәй яҡҡа барырға белмәй ине. Һәм бында һеҙ халҡыбыҙ янында булдығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Беҙҙең яҙыусылар ойошмаһы - өлкәндәрҙең һәм хөрмәтлеләрҙең береһе. Уның төрлө үҫеш мәлдәре булды. Минеңсә, әле ул икенсе һулыш ала. Радий Фәрит улы Хәбиров ярҙамы менән Союздың үҫешеүен тоябыҙ, һәм һеҙ башлаған байтаҡ башланғыстар республика етәкселегендә хуплау таба, - тип рәхмәт әйтте Урал Килсенбаев.

- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы миңә «Бөйрәкәй» пенталогияһын булдырған өсөн бирелде. Салауат Юлаев ордены - милли герой исеме менән бәйле икенсе награда. Әгәр ижадыма өсөнсө тапҡыр батыр исеме менән баһа бирелһә, бик шат буласаҡмын, сөнки Салауат Юлаев нимә өсөн йәшәгәнен, нимә өсөн көрәшкәнен һәм нимә өсөн вафат булғанын белә ине. Мин һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булдым һәм әле лә ҡалам, - тип мөрәжәғәт итте ҡәләмдәштәренә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова.

Фото: Лариса Шепелева.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: