Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май , 16:20

Бибисара һәм Вилен: Башҡортостанда сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре асыҡланды

Башҡортостанда 2024 йылдың башынан донъяға килгән сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле һәм популяр исемдәр билдәле булды. Исемлекте ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы баҫтырып сығарған. Һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Элли, Бибисара, Амили, Элиана, Рәйсә. Ир-егет исемдәре араһында иһә Вилен, Хафиз, Наджафгулу, Федор, Сармат-Эрнест. Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә (193), София һәм Арина (153ш-әр), Ева (149), Эмилия (148) тип ҡушалар икән. Малайҙар  араһында Әмир (217), Марк (159), Тимур (156), Матвей (146) һәм Артем (139) күберәк.

Бибисара һәм Вилен: Башҡортостанда сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре асыҡланды
Бибисара һәм Вилен: Башҡортостанда сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре асыҡланды

Башҡортостанда 2024 йылдың башынан донъяға килгән сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле һәм популяр исемдәр билдәле булды. Исемлекте ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы баҫтырып сығарған.

Һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Элли, Бибисара, Амили, Элиана, Рәйсә. Ир-егет исемдәре араһында иһә Вилен, Хафиз, Наджафгулу, Федор, Сармат-Эрнест.

Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә (193), София һәм Арина (153ш-әр), Ева (149), Эмилия (148) тип ҡушалар икән. Малайҙар  араһында Әмир (217), Марк (159), Тимур (156), Матвей (146) һәм Артем (139) күберәк.

Әйткәндәй, «Башинформ» 2023 йылда Башҡортостанда 3,8 меңгә яҡын кешенең исемен үҙгәртеүе тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: