Мәҙәниәт
24 Май 2024, 13:45

Яҙыусы Анна Матвеева "Китап байрамы"н һәм Өфөнө баһаланы

"Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡунаҡтарының береһе - яҙыусы, журналист һәм Екатеринбургтан редактор, "Тоталь диктант - 2024" текстары авторы Анна Матвеева булды. 

Яҙыусы Анна Матвеева "Китап байрамы"н һәм Өфөнө баһаланыЯҙыусы Анна Матвеева "Китап байрамы"н һәм Өфөнө баһаланы
Яҙыусы Анна Матвеева "Китап байрамы"н һәм Өфөнө баһаланы

Ул "Республика Башкортостан" баҫмаһы хәбәрсеһенә форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Әҙәби фестивалдәр ни тиклем күберәк уҙғарылһа, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ! - тине Анна Матвеева. - Етмәһә, форум Өфөлә - үҙенсәлекле әҙәби тарихлы ҡалала ла үтә. "Китап байрамы"ның киләсәге ҙур тип уйлайым. Уға быны ысын күңелдән теләйем! 

Өфөлә тәүгә түгелмен, бала сағымда ла, оло йәштә лә булғаным бар. Миңә һеҙҙең ҡала бик оҡшай. Ул провинциаль түгел, матур ҙур ҡала. Һеҙҙең ғорурланырлыҡ уңыштарығыҙ бар. Мөмкинлек булһа, ҙур теләк менән бында тағы киләсәкмен.

Бөгөн, 24 майҙа, Анна Матвеева китап форумы сиктәрендә ижади кисә үткәрҙе һәм "Тоталь диктант-2024" отличниктарын бүләкләне.

Белешмә өсөн: Анна Матвеева - Рәсәй журналисы, мөхәррир һәм яҙыусы, "урал тылсымлы реализмы" жанрында эшләй. "Перевал Дятлова, или Тайна девяти", "Завидное чувство Веры Стениной", "Есть!" романдары, сборников рассказов "Спрятанные реки", "Лолотта и другие парижские истории", "Катя едет в Сочи" хикәйәләр йыйынтығы, шулай уҡ "Горожане" һәм "Картинные девушки" китаптары авторы. "Ҙур китап" һәм "Милли бестселлер" премиялары финалсыһы.

Фото: Лариса Шепелева, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас