Мәҙәниәт
24 Май 2024, 12:55

Радий Хәбиров "Әҙәби Рәсәй губернаторы" булды

Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзы пленумында "Китап байрамы" китап йәрминкәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа "Әҙәби Рәсәй губернаторы" исеме бирелде.

Радий Хәбиров "Әҙәби Рәсәй губернаторы" булдыРадий Хәбиров "Әҙәби Рәсәй губернаторы" булды
Радий Хәбиров "Әҙәби Рәсәй губернаторы" булды

Рәсәй Яҙыусылар союзы секретариаты ҡарары менән республикала әҙәби процесҡа ярҙам итеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, Башҡортостан Яҙыусылар союзы проблемаларына иғтибар өсөн Башҡортостан Башлығы ошо почетлы исемгә лайыҡ булды, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов бөгөн Өфөлә барған РФ Яҙыусылар союзы пленумының эшен даими күҙәткән ил яҙыусылары исеменән Радий Хәбировҡа яҙыусыларҙың ижади көсөн ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә берләштереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бер йыл элек Өфөлә китап йәрминкәһендә художестволы тәржемә проблемаһы, әҙәбиәттәр дуҫлығы, туған тел тураһында һөйләшеү өсөн ошонда йыйылыу идеяһы яңғыраны. Һүҙ әҙәбиәттең сифаты һәм китаптарҙың һаны хаҡында ғына бармай. Беҙ тәрәнерәк барабыҙ һәм Ватаныбыҙҙың намыҫы, тел именлеге тураһында һөйләйбеҙ. Тел генә илебеҙҙең тарихына арҡа менән боролорға ирек бирмәй, - тип билдәләне Николай Иванов.

Фото: Лариса Шепелева, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас