Мәҙәниәт
24 Мая 2024, 09:30

Лилиә Ғүмәрова: "Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк"

Федерация Советы ағзаһы, Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфөлә "Китап байрамы" китап йәрминкәһендә булды һәм китап уҡыуҙың, ҡағыҙ китаптың мөһимлегенә үҙ ҡарашын белдерҙе.

Лилиә Ғүмәрова: "Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк"Лилиә Ғүмәрова: "Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк"
Лилиә Ғүмәрова: "Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк"

- "Китап байрамы" Өфөлә икенсе тапҡыр ғына үткәрелә, ләкин Федерация Советы уны һәр ваҡыттағыса хупланы, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы "Республика Башкортостан" гәзите хәбәрсеһенә. - Йәрминкә уҡыусыларҙа, нәшер итеүселәрҙә, ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуныһы мөһим, заманса технологияларға ҡарамаҫтан: электрон китаптар, яһалма интеллект - уларҙың Ғали йәнәптәре Китап беҙҙең тормошта лайыҡлы урын биләргә тейеш.

Беҙҙең профилле Комитет бөгөн уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы ҡайтарыуға, балаларҙың изгелеккә һәм мәңгелеккә өйрәткән китаптарҙы уҡыуына ҙур иғтибар бүлә. Бындай әҙәбиәткә һорау ҙур. Баҙарҙы нәфис әҫәрҙәр, фәнни-популяр әҙәбиәт менән байытыу ғына аҙ, йөкмәтке өҫтөндә эшләү мөһим. Был системалы нигеҙҙә дәүләт бурысы булырға тейеш. Сөнки бөгөн дә дуҫ булмаған илдәр балаларыбыҙҙың аңына үтеп инеү өсөн миллиардлаған аҡса һала. Лайыҡлы яуабыбыҙ ҡыҙыҡлы китаптар рәүешендә булырға тейеш. Улар тәүге биттәрҙән үк баланы ылыҡтырырға тейеш.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, үҙенә нигеҙҙә күберәген рәсми документтар менән ултырырға тура килһә лә, буш ваҡыттарында совет классикаһын уҡырға ярата, сөнки ул йылдар үтеү менән икенсе төрлө ҡабул ителә һәм шул уҡ ваҡытта үҙенең актуаллеген юғалтмай.

Фото: Лариса Шепелева, "РБ".

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас