+30 °С
Болотло
Йәрминкәнең һәр көнөндә 18.00 сәғәттә Нәшриәт йортоноң гәзит һәм журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Отош уйынында "Китап байрамы"н уҙғарған ваҡытта матбуғат баҫмаларына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала, кәмендә ярты йылға яҙылырға кәрәк. Бүләктәр уйнатыуҙа еңеүселәр сымһыҙ ҡолаҡсындарға (наушники) һәм power bank-ка (портатив заряд биреү ҡоролмаһы) эйә була ала, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Китап байрамы" күргәҙмәһе 24-нән 26 майға тиклем Өфөнөң Совет майҙанында һәм уның эргә-тирә урамдарында үтәсәк.
Фото: Ксения Осенева, "РБ".