Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май , 17:47

«Китап байрамы» китап йәрминкәһе Башҡортостан менән Дағстандың хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк

24-26 майҙа Өфөлә үтәсәк «Китап байрамы» китап форумында «Зәйнулла Рәсүлев мираҫы» ғилми-ғәмәли конференцияһы әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ, ул Башҡортостан һәм Дағстан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеүгә тағы ла бер аҙым буласаҡ.

«Китап байрамы» китап йәрминкәһе Башҡортостан менән Дағстандың хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк
«Китап байрамы» китап йәрминкәһе Башҡортостан менән Дағстандың хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк

Конференцияла Дағстан Республикаһының милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министры урынбаҫары Рәсүл Ғаджиев ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә, китап йәрминкәһен ойоштороу комитетына һылтанып, "Республика Башкортостан" гәзите. 

Китап форумы сиктәрендәге осрашыуҙа Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, шулай уҡ күренекле дин эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Конференцияны алып барыусылар булып Башҡортостандың Дағстан милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Магомедхәбиб Солтанмагомедов сығыш яһай.

- Мин Өфөлә 1976 йылдан алып эшләйем, - тип һөйләне Магомед Таһир улы. - Заманында бында нефть институтына уҡырға килеп, инженер-механикҡа уҡып, төҙөлөш өлкәһендә эшләнем. Төрлө йылдарҙа Дағстанда, йә Башҡортостанда йәшәнем, әле бындамын. Башҡорт һәм дағстан халыҡтарының уртаҡ нәмәләре күп, беҙҙе ныҡлы мәҙәни тамырҙар бәйләй. Майҙа Башҡортостанға Дағстандан өс театр гастролгә килә. Салауатта - Ғ. Цадасы исемендәге Авар музыкаль-драма театры, Сибайҙа - Дәүләт табасаран драма театры. Өфөлә 17 майҙа Салауатов исемендәге Ҡумыҡ музыка театрының гастролдәре башлана.

Солтанмагомедов билдәләүенсә, Башҡортостан менән Дағстан тығыҙ әҙәби бәйләнешкә эйә. Былтыр Башҡортостан уҡыусылары Рәсүл Ғамзатовтың йөҙ йыллығы уңайынан шағирҙың ижадын белеү конкурсында ҡатнашты. Еңеүселәргә Дағстанға путевкалар тапшырылды. Рәсүл Ғамзатов Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп китте, атап әйткәндә, ул Мостай Кәримдең юбилейҙарында булды.

- Дағстанда башҡорт авторҙары - Мостай Кәримдең, Камил Йыһаншиндың һәм башҡаларҙың ижадын беләләр һәм яраталар. Мин үҙем дә Башҡортостан яҙыусыларының ҙур китаптар коллекцияһына эйәмен һәм уны «Китап-байрам»да тулыландырырға өмөтләнәм», - тине Магомедхәбиб Солтанмагомедов.

Фото: «Китап байрамы» йәрминкәһен ойоштороусылар.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: