Мәҙәниәт
14 Май 2024, 09:35

Өфөлә "Китап байрамы"нда беларус телендә уҡырға өйрәтәсәктәр

Белоруссияның 15 нәшриәте "Китап байрамы" фестивалендә үҙҙәренең китап продукцияһын тәҡдим итәсәк. Был былтырғыға ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк. Башҡортостан менән Беларусь араһында үҙ-ара мәҙәни ҡыҙыҡһыныу артыуы ҡыуандыра.

Өфөлә "Китап байрамы"нда беларус телендә уҡырға өйрәтәсәктәрӨфөлә "Китап байрамы"нда беларус телендә уҡырға өйрәтәсәктәр
Өфөлә "Китап байрамы"нда беларус телендә уҡырға өйрәтәсәктәр

– Башҡортостандың баш ҡалаһына Белоруссиянан 1,5 тонна китап килтереләсәк, тип әйтә алам, – тип һөйләне БДБ илдәрендә үткәрелгән китап күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштороусылар советы рәйесе Дмитрий Макаров. – Беҙ Өфөлә белорус әҙәбиәтенең бөтә төрлөлөгөн тәҡдим итәсәкбеҙ – дәреслектәр һәм балалар китаптарынан алып классикаға тиклем. Шул иҫәптән белорус телендә китаптар буласаҡ, шуға күрә ҡыҙыҡһыныусыларҙы Белорусь стендын ҡарарға саҡырабыҙ.

"Молодежная газета" баҫамаһы хәбәр итеүенсә, китаптар өҫтәмә хаҡһыҙ һатыласаҡ.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас