2024 йылдың 14 ҡул ҡуйылған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, беренсе һабантуй Әбйәлил районында 25 майҙа була, башҡа район-ҡалаларҙа һабантуйҙар июндә уҙғарыла.
Башҡортостан хөкүмәтенә район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә халыҡ байрамын үткәреүҙе ойоштороуҙы тәьмин итергә, республика Башлығы хакимиәтенә иһә байрам сараларында ҡатнашыу өсөн республика дәүләт органдарының вазифалы кешеләре исемлеген раҫларға ҡушылды.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү бурысы йөкмәтелде.
Указ тексына һабантуйҙар үткәреү графигы беркетелгән.