Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Май 2024, 22:00

Салауат районында Бөйөк Еңеү көнөнә байрам саралары үтте

Малаяҙ ауылында митинг, хәрби техника йөрөшө, парад һәм байрам концерты уҙғарылды

Салауат районында Бөйөк Еңеү көнөнә байрам саралары үтте
Салауат районында Бөйөк Еңеү көнөнә байрам саралары үтте

1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған байрам тантанаһы Малаяҙ ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында башланды. Күптәр һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарының һәм тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән әсәй-өләсәйҙәренең фотоһүрәттәрен тотоп йәки уларҙың портретының бәләкәйләтелгән өлгөһөн Георгий таҫмалары менән күкрәктәренә тағып килде.

Байрам менән район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева ҡотланы.

– Беҙҙең Тыуған ил өсөн ата-бабалаларыбыҙ килтергән был Еңеү ҙур ғорурлыҡ. Улар ауыр һынауҙар, күп юғалтыуҙар аша беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк иткән. Бөгөн дә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 250-нән ашыу яҡташыбыҙ Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлай. Был байрам көнөндә илдә тыныслыҡ булһын, мәктәптәр эшләһен, балаларҙың шат тауышы тынмаһын тигән теләктәремде еткерәм, – тине сығышында Марс Фәррәх улы.

Йәш быуын исеменән Малаяҙ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Аслан Вәлиев сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙе һәм Еңеү менән ҡайтып вафат булған ветерандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, полиция хеҙмәткәрҙәре автоматтарҙан өс тапҡыр залп бирҙе. Еңеүсе һалдат һәйкәленә кадеттар – Дан гирляндаһы, етәкселәр һәм байрамға килгән халыҡ ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды.

Митингынан һуң парктан алып, Совет, Мәктәп һәм Коммунистик урамдары буйлап район мәҙәниәт йорто майҙанына тиклем тантаналы йөрөш ойошторолдо. Алдан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын тотҡан өс атлы барһа, икенсе булып “УАЗ” ретро-автомобилендә – ветерандар, уларҙан һуң – “ГАЗ-51” йөк машинаһы, артабан “БТР-70” бронетранспортерында хәрби хәрәкәттәр ветерандары килде, техника колоннаһы артынан етәкселәр, ирекмәндәр һәм башҡалар атланы.

Майҙандағы халыҡты район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов сәләмләне. Унда хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары парадҡа теҙелгәйне. Янғантау урта мәктәбенең “шайморатов” кластары сафта йөрөү буйынса күрһәтмә сығыш яһаны.

Тантаналы маршта Малаяҙ ауылы балалар баҡсалары, 1-се урта мәктәп, башҡорт гимназияһы, район мәғариф бүлеге, Дыуан күп профилле колледжы филиалы, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, үҙәк дауахана, ветеринар станция, электр селтәрҙәре хеҙмәт коллективтары, колледж филиалы студенттары, мәктәп-гимназия уҡыусылары ҡатнашты. Улар хәрби һәм махсус эш кейемдәрендә, флагтар тотоп, сафтан үтте.

Танталы өлөштән һуң район мәҙәниәт йорто артистары, үҙешмәкәр ансамблдәр, балалар ҡатнашлығында һуғыш йылдарына, Бөйөк Еңеүгә арналған йыр-бейеүҙәрҙән торған байрам концерты булды. Сарала ҡатнашыусылар ялан кухняһында бешерелгән “һалдат бутҡаһы”нан да ауыҙ итте.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас