Һабантуйҙың программаһы быуындан быуынға тапшырыла килгән бик күп йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙ эсенә ала. Байрамда милли музыка ҡоралдары яңғыраясаҡ, ижади коллективтар халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһаясаҡ, башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү, уҡ атыу һәм башҡа спорт ярыштары була, тип яҙа «Республика Башкортостан» гәзите.
«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшлекле дискуссиялар өсөн халыҡ-ара майҙансыҡ булып тора. Йыл һайын унда төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Иран, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркиә, Һиндостан һәм Италиянан делегациялар ҡатнаша. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Фото: Ринат Рәзәпов, «Республика Башкортостан»