Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель , 18:03

Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр

Башҡортостанда бөгөн Милли кейем көнө үтә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.

Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр

Салауат районы халҡы ла Милли кейем көнөнә ҡушылды. Район Хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф ойошмалары һәм башҡа хеҙмәт коллективтары, үҙешмәкәр художество ансамблдәре милли кейемдәрҙә, милли кейем элементтары менән фотоға төшөп, уларҙы социаль селтәрҙәргә һалды. Төрлө мәҙәни сараларҙа, форумдарҙа һәм байрамдарҙа төшкән архив фотолары менән дә бүлештеләр. Салауат районы биләмәһендә йәшәүсе башҡорт, татар, рус һәм башҡа милләт вәкилдәренең кейемдәрен күрһәтте улар. 

"Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө. Беҙҙең республика - күп милләтле, дуҫ төбәк, унда төрлө милләт кешеләре ныҡлы, берҙәм ғаилә булып йәшәй, күршеләренең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә, үҙҙәренең хеҙмәте һәм данлы эштәре менән берҙәмлекте иҫбатлай.
Башҡортостан - беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, уның киләсәге беҙҙән тора! Һәр ғаиләлә тыныслыҡ, именлек һәм шатлыҡ булһын. Милли кейем көнө менән!" - тип байрам менән ҡотланы Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов үҙенең сәхифәһендә.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

#МойНациональныйКостюм
#МиллиКостюм
#милликейем
#Салаватскийрайон

Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Салауат районында Милли кейем көнөн билдәләнеләр
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: