Фильмдың сюжеты буйынса тәжрибәле вирусолог Мәскәүҙәге тормошон ташлап, Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә эшкә күсә. Төпкөлдәге ауылда ул миллионлы ҡалаға таралыу ҡурҡынысы янаған билдәһеҙ сир сығанағын таба.
Сериалдың премьераһы 4 апрелдә ИВИ платформаһында, һуңынан НТВ телеканалында күрһәтелә.
«Картинаның төп эпизодтарын былтыр йәй Отнурок, Ишле ауылдарында һәм Морат тау саңғыһы үҙәге янындараҡ шәхси ҡунаҡханала төшөрҙөләр, — тип билдәләне район башлағы. — Күмәк сәхнәләрҙә Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҡатнашты, шулай уҡ ижади төркөмгә реквизиттар, транспорт менән ярҙам күрһәтте. Һоҡланғыс тәбиғәтле районыбыҙ бер нисә тапҡыр кинематографистарҙы үҙенә йәлеп итте».
Бынан алдараҡ «Башинформ» Белорет районында режиссер Ольга Субботинаның «Счастье не за горами» сериалын, режиссер Александр Галибиндың «Һеңлекәш», тағы ла «Пропавшая экспедиция» һәм легендар «Вечный зов» тигән совет фильмдарын төшөрөүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.