Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март , 22:28

"АРТ-Ҡоролтай": илдең иң ҙур мәҙәни форумы Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙғарыла

10-11 мартта Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай»Мәҙәни форумы үтә. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән илдәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора.

"АРТ-Ҡоролтай": илдең иң ҙур мәҙәни форумы Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙғарыла
"АРТ-Ҡоролтай": илдең иң ҙур мәҙәни форумы Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙғарыла

IV «АРТ-Ҡоролтай» эшендә илебеҙҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ: БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, А. П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театры художество етәксеһе-директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский, Санкт-Петербург дәүләт университетының Тарих институтының «Рәсәйҙең яңы тарихы» кафедраһы профессоры Александр Пученков, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Наталья Таньшина, РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт Департаменты директоры Артем Горный, «Йөрәк саҡырыуы буйынса» һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фондының попечителлек советы ойоштороусыһы һәм президенты, «Белая трость» Халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Красноярск, Донецк, Ырымбур, Ижевск, Волгоград, Шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан башҡа вәкилдәре.

Форумға 10 мартта Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театрында Константин Хабенский менән ижади осрашыу старт бирәсәк. Артабан бында уҡ Георгий Ковалев ҡуйған А.П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театрының «Мөхәббәт тарихы» спектакле күрһәтеләсәк. «АРТ-Ҡоролтай» ҙың беренсе көнөн Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы «Күңел күҙе» балалар студияһының «Һуғыш балалары» спектакле тамамлай.

11 мартта форумдың эшлекле программаһы үтәсәк, унда «Заман диалогында мәҙәниәт» пленар ултырышы һәм майҙансыҡтар эше ҡаралған. «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә мәҙәни һәм милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу» семинар-практикумы, «Хәҙерге донъяла идеология», «Музейҙар берләштерә: территория, ваҡыт, кешеләр», «социаль проектлауҙан инклюзив мөхиткә: мөмкинлектәр һәм саҡырыуҙар», «ART-PR – мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы формалары»тематик секциялары планлаштырылған. Бынан тыш, АРТ-Ҡоролтай сиктәрендә был көндө II республика китапханалар форумы үтәсәк, мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн «Заманса һөҙөмтәле белем биреү мөхитен булдырыу» һәм театр-концерт ойошмалары етәкселәре өсөн «Ижад итеү сәнғәте: йәмғиәтте үҫтереү ҡоралы булараҡ мәҙәни практикалар» эксперт майҙансыҡтары эшләйәсәк. «Мәҙәни взвод» күргәҙмәһен асыу АРТ-Ҡоролтайҙың мөһим өлөшө буласаҡ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: "Республикала күләмле мәҙәни форум үткәреү коллегаларҙың профессиональ диалогын төҙөү генә түгел, ә федераль һәм республика етәкселәре ҡатнашлығында уны шунда уҡ ҡарарҙар ҡабул итеү кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән йолаға әүерелде. АРТ-Ҡоролтайҙа теләп ҡатнашҡан халыҡ-ара кимәлдәге эксперттарҙың мәҙәниәт үҫеше процестарын компетентлы баһалауы, үткән йылдарҙағы форумдар йомғаҡтары буйынса ҡуйылған бурыстарҙың үтәлешен контролдә тотоуы һәм сағыу башланғыстары Рәсәй һәм донъя форум системаһында алдынғы урындарҙың береһен биләгән лайыҡлы проект булдырыуыбыҙ хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне.

Сығанаҡ: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/609888/ 

Автор:
Читайте нас: