Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль , 15:45

Өфөлә башҡорт телендә квиз-уйындарының абсолют еңеүсеһе билдәләнде

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә башҡорт телендә үткәрелгән квиз-уйындарының финалы уҙҙы. Унда йыл дауамында барған уйындарҙа еңеүсе командалар ярышты.

Өфөлә башҡорт телендә квиз-уйындарының абсолют еңеүсеһе билдәләнде
Өфөлә башҡорт телендә квиз-уйындарының абсолют еңеүсеһе билдәләнде

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы 2023 йылда башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн уңышлы уйын алымы булған квиз уйындары үткәрә башланы. Уйын башҡорт телендә алып барыла, был студенттар һәм йәштәр араһында башҡортса һөйләшеү ҡеүәһен үҫтереүгә ярҙам итә. 2023 йылда бөтәһе төрлө темаларға 10 уйын уҙғарылды: «Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады, «Башҡорт батырҙары», «Башҡорт мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы», «Башҡорт эпостары», «Башҡорт әҙәбиәте», «Башҡорт теле» һәм башҡалар.

Уйындарҙың финалы Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә ойошторолдо һәм бынан алдағы уйындарҙа еңеүсе командаларҙы йыйҙы. Өс тур йомғаҡтары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенән «Атайсал» командаһы ҡатнашыусылары иң тапҡыры тип танылды.

«Туған телде белеү һәм уға ҡарата ихтирам үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү өсөн оло әһәмиәткә эйә. Квиз-уйын бөтә йәштәгеләр өсөн дә телде, мәҙәниәтте һәм тарихты өйрәнеү өсөн яҡшы уйын алымы булып тора. Киләсәктә яңы темаларға уйындар әҙерләү һәм артабан да уйындар үткәреү күҙаллана», - тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү  ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Сараны ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Һомай» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Квиз-уйындар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: