Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль , 17:00

Радий Хәбиров «башҡорт киноһы» феноменын таныуы тураһында һөйләне

«Башҡортостан» киностудияһы илдә алдынғыларҙың береһенә әүерелә бара һәм башҡорт киноһы бөгөн прокатта үҙ урынын яулай. «Төньяҡ амурҙары» кеүек ҡыҙыҡлы яңы нәфис фильмдар һәм йәнһүрәттәр төшөрөлә, прокатҡа сыға, тип билдәләне Радий Хәбиров бөгөн республиканың киноиндустрия вәкилдәре менән осрашыуҙа.

Радий Хәбиров «башҡорт киноһы» феноменын таныуы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров «башҡорт киноһы» феноменын таныуы тураһында һөйләне

«Беҙ шулай уҡ һәр муниципалитетта яҡшы йыһазландырылған кинозалдар булһын өсөн тырышабыҙ, ләкин әлегә ошо мәсьәләне хәл итмәгәнбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Яңы асылған залдарҙың һаны  буйынса беҙҙең республика илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Быйыл ғына тағы 4 районда кинозал асылды.

Алты йыл эсендә республикала 36 кинозал яңыртылған.

«Башҡорт киноһы» феноменының популярлыҡ яулауын күреү беҙҙең өсөн бик мөһим. Был Рәсәй тамашасыларының күбеһенең реаль тарихлы тормош сағылған фильмдар менән ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, беҙ ижадығыҙҙы махсус хәрби операция геройҙарына, тарихыбыҙға, традицион ҡиммәттәребеҙгә арнауығыҙҙы теләйбеҙ. Былтырҙан Башҡортостан Башлығының 50 миллион һумлыҡ гранты бүленә. Үҙебеҙҙең яҡтан һеҙгә ярҙам итербеҙ. Былтыр тәүге тапҡыр кинематография өлкәһендәге проекттарға 50 миллион һумлыҡ грант ярҙамын күрһәттек. Быйыл уны дауам итербеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: