Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль , 12:53

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тураһында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды

Өфөлә «Юлдаш» радиоһында башҡорт яҙыусыһы Ғәлим Хисамовтың Мортаза Рәхимов тураһында документаль романының аудиоверсияһы яҙҙырылды.

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тураһында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды
Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тураһында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды

7 февралдә Башҡортостандың беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тула.

Тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Илдар Ғүмәров уҡыны. Радионың баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова хәбәр итеүенсә, романдың фрагменттарын эфирҙа 5, 6 һәм 7 февралдә киске сәғәт 9-сы 15 минутта тыңларға мөмкин. Аудиояҙманың төп өлөшө фондта һаҡлана.

12+

Бынан алдараҡ Башинформ республикала Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығы уңайынан ниндәй саралар ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-04/v-ufe-zapisali-audioversiyu-romana-o-pervom-prezidente-bashkirii-murtaze-rahimove-3629254

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: