Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль , 12:40

Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла

Өфө скульпторы Илдус Закиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәшит Назаровтың бюсын эшләп бөтөүен  хәбәр итте.

Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла
Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла

Бюст эскиздары Ауырғазы районы хакимиәте ултырышында Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, инициатива төркөмө ағзалары һәм шағирҙың туғаны З. Назарова ҡатнашлығында тикшерелде.

Рәшит Назаров (1944 – 2006) – башҡорт шиғриәтенең сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ғ.Ибраһимов исемендәге район премияһы лауреаты. 18 йәшендә үк Рәшит Назаров башҡорт әҙәбиәтендә феноменаль күренеш тип танылды.

Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын Назаровтың тыуған көнөндә Башҡортостанда «Назаров уҡыуҙары» — шиғри, әҙәби, музыкаль саралар ойошторола. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы урта мәктәбендә Рәшит Назаровтың кабинет-музейы бар.  «Бельские просторы» журналы уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеү буйынса ижади конкурстар үткәрә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-02/v-bashkirii-ustanovyat-byust-poetu-rashitu-nazarovu-3627242

 
 
Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: