Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар , 18:53

Мәскәүҙә Башҡортостан стендын «ҡашмау» арт-объекты биҙәй

Арт-объект рәүешендә эшләнгән традицион милли ҡатын-ҡыҙҙар баш кейеме хәҙер «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе ҡунаҡтарының иғтибарын йәлеп итә.

Мәскәүҙә Башҡортостан стендын «ҡашмау» арт-объекты биҙәй
Мәскәүҙә Башҡортостан стендын «ҡашмау» арт-объекты биҙәй

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, шул иҫәптән ҡашмау ҙа, уның элементы булараҡ, күп һанлы көмөш һәм мәрйен биҙәүестәре менән ҡатмарлы ансамбль булып тора. Башҡортостан стендындағы яңы арт-объект килеүселәргә милли кейем эстетикаһын асыҡларға тейеш: уның ҙурлығы 6-ға 3 метр, конструкцияһы 45 метр ҡыҙыл туҡыманан тегелгән тышлыҡ менән ҡапланған. Сәйлән урынына 2500 шар файҙаланылған, улар муйынсаҡтарға теҙелгән һәм каркасҡа урынлаштырылған. Ҙур тәңкәләр һәм сулпылар эшләү өсөн концепт авторҙары махсус көҙгөгө һүрәт төшөрөү технологияһын ҡулланған.

Арт-объект хәҙер үҙенсәлекле космолетҡа инеү аркаһы булып тора, ҡунаҡтарға Башҡортостандың тарихи үткәне һәм юғары технологиялы хәҙерге һәм киләсәгенең ҡаҡшамаҫ рухи бәйләнешен сағыу итеп күрһәтә.

«Күргәҙмәгә килеүселәрҙең береһен дә ҡашмау битараф ҡалдырмай, һәм ойоштороусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән арт-объект - махсус рәүештә туйға әҙерләнгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йола баш кейеменең ижади стилләшеүе, уның буйынса ҡатын-ҡыҙҙың кейәүҙәме-юҡмы икәнлеген айырырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләй. Һорауҙар - Халыҡ ижады аҙналығының тәүге көнөндә үк йөҙләгән, арт-объект ысынлап та тәьҫир итә, күргәҙмәгә килеүселәрҙең һәр береһенең йөрәгендә республика хаҡында иң йылы тәьҫораттар ҡалдыра», - тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

БР Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: