Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар , 18:41

Мәскәүҙә ВДНХ -ла Башҡортостандың Халыҡ ижады аҙналығы башланды

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Башҡортостандың тере традициялары» халыҡ ижады аҙналығы башланды (0+).

Мәскәүҙә ВДНХ -ла Башҡортостандың Халыҡ ижады аҙналығы башланды
Мәскәүҙә ВДНХ -ла Башҡортостандың Халыҡ ижады аҙналығы башланды

16-нан 21 ғинуарға тиклем ВДНХ комплексындағы Башҡортостан Республикаһы стенды биләмәһендә башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм йолаларын күрһәтеүсе программа уҙа. Милли кейемдең, ҡурайҙың, танылған «төньяҡ амурҙары» тарихи ҡоралы - уҡ-һаҙаҡтың, Башҡортостан оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларының презентациялары көтөлә.

Күргәҙмә ҡунаҡтары өсөн башҡорттарҙың мини-түшелдеректәрен, ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡалпаҡ», традицион биҙәүестәр, башҡорт шәле, ҡурсаҡтар һәм һаҡлағыстар эшләү, күнгә баҫып биҙәү, сигеү, туҡыу һәм кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Ә 19 ғинуарҙа оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар өсөн ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Еңеүселәр ҡара бурка, эксклюзив мамыҡ шәле һәм башҡа приздар ота ала.

- Халыҡ ижады аҙналығы - тотош илгә төбәктең башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә, эш һөйөүсәнлегенә, изге ғаилә йолаларына һәм һис шикһеҙ ҡунаҡсыллыҡҡа нигеҙләнгән уңыштарын күрһәтеү өсөн тағы ла бер яҡшы мөмкинлек ул. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, беҙҙең стенд-космолет быны бик яҡшы күрһәтә: интерактив технологиялар бында тарих, халыҡ аҡылы һәм халыҡ ижады менән күрше, нигеҙҙәрҙең нигеҙе һәм киләсәк ҡаҙаныштары араһында үҙенсәлекле күпер булып тора, - тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Жанна МИРОНОВА.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: