Мәҙәниәт
15 Декабрь 2023, 13:05

Республика китапханалары Башҡорт теле көнөнә ҡушылды

Учреждение үҙәктәре һәм залдары был йүнәлештә эште иҫтәлекле көнгә тиклем башланы. Мәҫәлән, 5 декабрҙә Балалар уҡыу үҙәгендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған «Бөйөк сәсән» видеопанорамаһы үтте.

Республика китапханалары Башҡорт теле көнөнә ҡушылдыРеспублика китапханалары Башҡорт теле көнөнә ҡушылды
Республика китапханалары Башҡорт теле көнөнә ҡушылды

Йәш китап уҡыусылар башҡорт сәсәне хаҡында белде, башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы, уның төп геройҙары һәм сюжеты менән танышты, ҙур экранда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Сәсән» документаль фильмынан өҙөк һәм Илдар Ғафаровтың «Урал батыр» йәнһүрәтен ҡараны.

2 декабрҙә ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлегендә Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы, БАССР-ҙың халыҡ сәсәне, драматург һәм фольклорсының тыуыуына 135 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Милли тәрбиә сараһы булараҡ халыҡтың ауыҙ-тел мираҫы: риүәйәттәр, эпостар, хикәйәттәр, әкиәттәр» түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Түңәрәк өҫтәл эшендә ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Атап әйткәндә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғилми-тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре: филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова, филология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова, «Башҡортостандың сәсәндәр үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, Милли китапхана вәкилдәре - ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Флүр Сибәғәтов, бүлектең ғилми хеҙмәткәрҙәре, фән кандидаты Зәкиә Мырҙағолова, Мәләүез үҙәк китапхана системаһының М.Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапхана-филиалы әйҙәүсе белгесеһе Рәзилә Ҡотлогилдина һәм башҡалар.

Шул уҡ көндә китапхананың күргәҙмәләр һәм мәҙәни программалар үҙәге башҡорт телендә шиғырҙар уҡыу ойошторҙо. Хеҙмәткәрҙәр Гүзәл Сәлихова, Илүзә Вахитова, Розалина Искәнйәрова, Гөлфиә Ибраһимова башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡыны. 

13 декабрҙә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты студенттары өсөн күҙәтеү лекцияһы ойошторолдо. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Ислам Байғужин студенттарға фондта революцияға тиклемге ислам текстары менән уникаль баҫмалар һаҡланыуы һәм тикшеренеүсенең уларҙы фәнни эштә нисек файҙалана алыуы хаҡында һөйләне. Бүлектә студенттар фәнни-рухи характерҙағы баҫмалар, шулай уҡ дини идаралыҡтарҙың ваҡытлы баҫмалары менән танышты.

14 декабрҙә Балалар уҡыу үҙәгендә «Мөғжизәле донъяның тылсымлы һүҙҙәре» уйын-викторинаһы уҙҙы, унда өлкәндәр балаларҙы байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, мәғрифәтсе, шағир, халыҡ эшмәкәре, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. «Мин башҡорт телен өйрәнәм. Мифтахетдин Аҡмулла» телетапшырыуын ҡарау һәм Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын тыңлау, «Мөғжизәле донъяның тылсымлы һүҙҙәре» викторинаһы, «Кем күберәк һүҙ әйтер» уйыны ойошторолдо.

Шул уҡ көндө Милли китапхананың төп корпусында учреждение хеҙмәткәрҙәре өсөн Башҡорт теле көнөнә арналған квиз ойошторолдо. Ете команда өс раундта башҡорт теленән, башҡорт рәссамдарының картиналары һәм яҙыусыларҙың портреттары буйынса, шулай уҡ музыкаль конкурста ярышты.

Күргәҙмәләр һәм мәҙәни программалар үҙәге тарафынан әҙерләнгән, «Халҡым теле - хаҡлыҡ теле» буктрейлеры сыҡты (төҙөүсеһе - академик Марат Зәйнуллин), ул Мәжит Ғафури, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбай, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева, Хәсән Назар, Тамара Искәндәриә, Айһылыу Ғарифуллина, Гөлназ Кутуева кеүек күренекле башҡорт шағирҙарының туған тел тураһында шиғырҙарынан тора.

Бөгөн, 15 декабрҙә, Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге башҡорт телендә сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған «Башҡортостандың тәүге халыҡ сәсәндәренең береһе» аудиоподкасын тәҡдим итә. Аудиоподкаста сәсәндең тормошо һәм ижады хаҡында тулы мәғлүмәт биреләсәк, «Ғилмияза» башҡорт халыҡ йыры яңғыраясаҡ, йырҙың тарихы һөйләнәсәк. «Ғилмияза» йырының легендаһын һәм тексын М.А. Буранғолов яҙып алған. М.А.Буранғолов әйтеүенсә, «Ғилмияза» бөрйәндәр араһында танылған халыҡ йырҙарын башҡарыусы Ғилмиязаға бағышлана һәм ҡаҙаҡтарҙа әсирлеккә бәйле уның тормошо ваҡиғаларын сағылдыра. Подкаст авторҙары М.Буранғоловтың «Ашҡаҙар» һәм «Башҡорт туйы» пьесаларын яҙыуы, «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Алпамыша» эпостарын, әкиәттәр, йырҙар, ҡобайырҙар яҙып алыуы һәм эшкәртеүе хаҡында һөйләйәсәк. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, ошо аудиоподкастты булдырыу халыҡ сәсәне һәм уның ижади мираҫы хаҡында хәтерҙе һаҡлау һәм тапшырыу кәрәклеге менән бәйле.

Республика ҡалалары һәм райондарының бөтә муниципаль китапханаларында ла ошо датаға арналған төрлө саралар уҙғарыла: китап күргәҙмәләре, тематик әңгәмәләр, мәғлүмәт сәғәттәре, әңгәмәләр, викториналар, акциялар. Республиканың муниципаль китапханалары Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған «Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен...» акцияһында әүҙем ҡатнашты, социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының шиғырҙарын башҡорт телендә һөйләне.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас